-Поиск по дневнику

Поиск сообщений в САТРА

 -Подписка по e-mail

 

 -Постоянные читатели

 -Статистика

Статистика LiveInternet.ru: показано количество хитов и посетителей
Создан: 15.09.2015
Записей:
Комментариев:
Написано: 19





АҠ ЙЫЛАН БИРГӘН БӘХЕТ

Вторник, 01 Марта 2016 г. 10:42 + в цитатник

Яҙ еттеме өләсәйем мине эйәртеп йыуа йә ҡуҙғалаҡҡ,ҡаҡы йә ҡымыҙлыҡҡа алып йөрөй.Йәй уртаһына ҡарай емеш-еләк өлгөрә башлай.Шулай ҡурай еләгенә барғанда бейек муйыл олонона уралып торған ғәжәп нәмә-аҡ йылан күреп ҡотом осҡайны.Сылт аҡ тәне буйлап ике яҡлап тары бөртөгөндәй ҡара тап һибелгән.Уны өләсәйем дә күреп ҡалып, мине тиҙерәк ситкә алып китеү яғын ҡараны.Аҡ йылан күргән кешенең ғүмере ырыҫлы була ти тоғайны борон ҡарттар.Бәхетле бала булырһың,иншалла,тигән булды әле лә өлөсөйем.

    Бәхет...Бәхет нимә һәм нисек була икән?Әгәр тән сәләмәтлеге,оҙон ғүмер тиһәң,Аллаға шөкөр,бөгөн һикһән бер йәште тултырып ултырам,ятып һыҙланыуҙы әле бик татығаным юҡ.Идеаль һаулыҡ тураһында һүҙ бармай,әлбиттә.Әммә,йәшемә ҡарамай теремекмен,һоҡлана,ҡыҙыҡһына,ғәжәпләнә белеү һәләтем әле үтмәгән.Үҙ аяҡ-ҡулым,аңым-телем менән йәшәйем.

    Бала саҡ бәхетеме?Етемлектең,аслыҡтың бөтөн ләззәтен күреп, татып үҫтем.Кеше тупһаһын тапау,кемдә бер ай,кемдә бер аҙна,йәй көндәре ҡыуыш ишараһы ҡороп йәшәү...Ошо булдымикән аҡ йыландың миңә килтергән бәхете?Өсөнсө класта уҡығанда яҙ юл ҡарая башлағас,кипкән һыйыр тиҙәгенә,асылған ҡара ергә һикерә- баҫа,ялан аяҡ йүгереп барам.Табаным аша һыуыҡ бөтөн тәнемде өшөтә,һурыҡҡан ҡара ергә сыҡһам ултырып табандарымды ныҡ итеп  ыуалап алам.Өҫтәүенә тамаҡ ас.Юҡ, аҡ йылан балалыҡ бәхете бирә алманы миңә.Аслыҡ-яланғаслыҡ,кәмһетеү- мәсхәрәләүҙәр,түбәнһенеүҙән ер тишегенәтөшөп китерҙәй мәлдәрҙән һуң да тере ҡалыу,күңелемдә кешегә боҙоҡлоҡ  теләүгә урын булмауы,көнләшә,үсләшә белмәүем-бәлки,ошолор минең бәхетем.Йәнәшәгеләремдең юлына арҡыры баҫманым.Кеше араһында ҡалҡыуыраҡ булырға ла тырышып йәшәмәнем.Шула ҙә аҡ йыланға үпкәм юҡ,ғүмеремдең икенсе яртыһы бәхетле үтте,икенсе никахтағы ҡатыным менән ҡырҡ һигеҙ йыл татыу бәхетле йәшәнек.



Понравилось: 4 пользователям

КӨҘ ҺАРЫҺЫ

Среда, 16 Сентября 2015 г. 16:52 + в цитатник


Тәбиғәт миҙгеле үҙенең сираттағы һарыһына сумды.Ғүмеремдә был нисәнсе тапҡыр икән? Һигеҙ йәштәрҙән хәтерләйемдер инде,моғайын.Һуғыштың  Һуңғы йылдары,ауылда тамам бөлгөнлөк,бар хәсрәт- нисек тә тамаҡ ялғау.Ошо йәштән көҙгө ырашҡы мәлендә Ишей урыҫтарының һарыҡтарын көтәм.1946 йылдың көҙөндә,ҡаты ҡырау ирегәнен дә көтмәй,иртә менән  һуғылған һалам төптәрен теткеләп,арыш,бойҙай бөртөктәре сүпләйем.Артабанғы ике йылдың йәйен  педучилище ятатары яғында йәшәгән халыҡтың малын ҡара көҙгә тиклем көттөм.Ул саҡ  нишләп шул саҡлы һыуыҡ булды икән?Аяҡ туңа,әле ямыр,әле  яуған ҡарҙан өҫтәге алама кейем ишараһы көс еткеһеҙ булып ауырая,йылытмай ҙа.Өйөрөлөп килеп ҡар яуа,бер ни күренмәй.Йәнде өшөтөрлөк зарлы-моңло тауыш менән ҡаңғылдаша- ҡаңғылдаша ҡыр ҡаҙҙары, училище ятаҡтары һыртындағы сауҡалыҡ  баштарын һыпырып тигәндәй,йылы яҡтарға ашығалар. Уларың яҙ ҡайтыуын күргәнем булманы, китеүҙәрен бик күп тапҡыр ҡарап,тыңлап торғаным бар.Гел көҙгө һыуыҡта, ҡар йә ямырҙа,киске ҡараңғыла.Хәҙер уйланам:ҡыр ҡаҙҙары тураһында күпме шиғыр яҙылған,көйгә һалынған,барыһы ла үтә моңло,йөрәктәрҙе һыҡрандырып яҙмыштың, ғүмерҙең иң аяныслы,әсе мәлдәренә алып ҡайта.     


     Ә тәбиғәткә нимә? Ул бурысын үтәне,ергә төшкөн орлоҡ шытып буй еткерҙе,нәҫел ҡалдырҙы.Ағас-ҡыуаҡтар ҙа кинәнеп,һуңғы сыуаҡта иҙерәп ултыра.Бар һары донъя күңелгә ял, йөрәккә тыныслыҡ бирә.Һары миҙгел минең һағынып көтәр мәлем була торайны.Ә быныһы...Күптән түгел ,ҡайын бөҙрәләре араһына һирәк-һаяҡ һары һырғалар тағыла башлаған мәлдә 48 йылдан ашыу бергә йәшәгән ҡатыным был донъяны ҡалдырып китте.Быйылғы һары йәнемә тыныслыҡ урынына хәсрәт,күңел бушлығы алып килде,йәшәүемдең мәғнәһен алды...


 


Метки:  

ӘБЕЙҘӘР СЫУАҒЫ

Среда, 16 Сентября 2015 г. 06:47 + в цитатник

ӘБЕЙҘӘР  СЫУАҒЫ

 Көн сыуағынан күҙ ҡамаша.Күктең зәңгәрлеге аша ағастарҙың һыны бигерәк асыҡ  күренә.Алдағы тау бите тасуирләп биреп булмаҫ кимәлдә ғәжәип матур.Битләү итәгендә иң аҫта йәш йүкә,имән,ҡайын сауҡалары.Улар оло,бейек ағас төптәрен ят күҙҙән ышыҡлап тора.Әҙ генә үрҙәрәк ҡайын  сайҡала.Йылы,наҙлы елдең һыйпап үтеүенән япраҡтар леберҙәп,шаҙраланып китә.Ҡайын һарғайыу тураһында уйламай ҙа һымаҡ.Әммә юҡ-юҡ та һары һырғалар күренеп ҡала. Аҫтараҡ миләш емештәре ут булып яна.Ә бына саған йәп- йәшел әле.Күп булһа бер- ике аҙна үтер, урмандың иң ҡуйыһында ла бар донъяға алтын төҫө һипкән яҡты шәмгә әйләнер.Имәндәр ниндәй мөһабәт-елгә һелкенмәй,ботаҡтары бәүелмәй,үҙ-үҙен тотоуы үҙе бер ғәйрәт.Уның яурын аҫтында ултырған уҫаҡтар булмышына тоғро-олоно һелкенмәй ҙә ,ә япраҡтары әҙ генә иҫкән елгә лә елберҙәп- ҡалтыранып китә,көҙ етеүенән ҡурҡа, ахрыһы.Уҫаҡ бар ағастар араһында иң һуңға ҡалып япраҡ яра,иртә ҡоя,ә быйылғы һуңлап килгән йылы ямғыр уларҙы тамам яңылыштырҙы-япраҡ һарғайтыуҙы уйламай ҙа.Һарғайтыу тигәндәй,уҫаҡтың көҙгө япрағы тик һары ғына булмай:ниндәй генә төҫкә инмәй ул-һары ла,көрән дә,ҡыҙғылт көрән дә,хатта ҡып-ҡыҙыл булып ултырғандары ла бар. Иң һоҡландырғаны ҡарағайҙыр, моғайын- өҫтә, тау башында ултыра.Йәш бешә кеүек кәүҙәһенең осона май шәме ултыртмаған,сатыр остары бөҙрә,ылыҫы аша балауыҙ төҫөндәге эре ботаҡтары һарғайып күренә.Өргән елгә артыҡ иҫе лә китмәй,уныһы ҡуйы ылыҫ араһынан ыҫылдап, һыҙғырып сығып китеү яғын ҡарай. Ғәйрәтле ҡарағай күкрәк киреп ултырыуын белә.Ул ыжламаҫ та, бирешмәҫ тә,ә башҡалар...Көн матур,йылы, әбейҙәр сыуағы бит,йән, тән иҙерәй.Ҡырҡылған ағас төптәренән ыуыҙ ғына япраҡлы ҡайын сыбыҡтары ҡояшҡа ынтыла.Ҡайһылай алдана бахырҙар!Бына-бына ел тирҫкә боролор,бер-ике ҡаты ҡырауҙан һуң бар урманды һары ҡаплар. Сыуаҡ көндәр үтә инде-әле ямғыры, әле ҡар...Тәбиғәт ялға тала...Нигеҙ буйында бер бабай һары доньяға ҡарап уйға батҡан.Урман һарыһы ҡойолор,яҙ тағы ла йәшеллек килтерер,ә бабай ғүмерендә, кем белә, был,бәлки, һуңғы һарылыр...


Дневник САТРА

Вторник, 15 Сентября 2015 г. 14:52 + в цитатник

Хочу на старости лет вести личный дневник.Прожил очень долгую жизнь,а выразить грамотно на русском свои мысли  так и не научился,поэтому буду писать на своем языке.


Метки:  

Поиск сообщений в САТРА
Страницы: [1] Календарь