Әкрәм Бейеш. Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше. Ч.1-8 |
8. БӨЛГӨНЛӨКТӨҢ СИГЕ. КАНТОН ИДАРАЛЫҒЫ
Яуҙы баҫтырған саҡта аяуһыҙ таланған башҡорттар хәйерселектең сигенә еткән. 1735-1740 йылдарҙағы яу ваҡытында һәм унан һуңғы осорҙа булған кеүек, ас башҡорттар ғиаләләрен үлемдән ҡотҡарыр өсөн балаларын ҡоллоҡҡа һата башлаған.
|
|
Әкрәм Бейеш. Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше. Ч.1-9 |
9. БАШҠОРТТО ЕРҺЕҘЛӘНДЕРЕҮ СӘЙӘСӘТЕ. БАШҠОРТ БОЛАЛАРЫ
XIX быуаттың урталарынан, бигерәк тә Россияла крепостлыҡ хоҡуғын бөтөргәндән һуң, башҡорт ерен талау тағы ифрат ныҡ көсәйеп киткән. Рус батшалығының политикаһы шуға йүнәлтелгән булған. Ырымбур губернаторы Крыжановский батшаға ебәргән 1866 йылғы отчетында: “... Администрацияның төп хәстәре башҡорт еренең рус халҡына күсеүен мөмкин тиклем еңелләштереүҙән, йәғни башҡортто ерһеҙ итеүҙән, ғибәрәт булырға тейеш. Шул маҡсатҡа ирешеү өсөн башҡорт ерҙәрен межалау берҙән-бер ышаныслы сара булып тора”, - тип яҙған.
|
|
Әкрәм Бейеш. Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше. Ч.1-10 |
10. КОЛОНИАЛЬ КӨСЛӨК ЭҘЕМТӘҺЕ. ХАЛЫҠТЫҢ ҺЫНМАҪ АЗАТЛЫҠ РУХЫ
Рус колонизаторҙары атҡарған аяуһыҙ иҙгенлек политикаһының бөтә һәләкәте һөҙөмтәһе ап-асыҡ күренеп торһа ла, хәҙерге рус тарихсылары, “башҡорт халҡы өсөн колонизация ҙур прогрессив әһәмиәткә эйә булған” тип әйтергә һис тә оялмай. Уларҙың фекеренсә, Россияға ҡушылыу һәм күскенселәрҙең килеп баҫыуы “башҡорт араһында игенселек таралыуын” тиҙләткән, башҡорттар рус, татар һәм башҡа игенсе халыҡтарҙан, йәнәһе, ауыл хужалығы ҡоралдарын яһарға, ер эшкәртергә, иген сәсергә, иген йыйырға һәм он тартырға (тирмән ҡорорға) өйрәнгән, “башҡортттар малсылыҡ нәмәләрен эшкәртеүҙә лә рус ысулдарын, мәҫәлән, тире иләү ысулын үҙләштергән”. Рус тарихсылары рустар шөғөлләнгән ауыл хужалығы тармағын ғына прогрессив формаға һанап, башҡортто артта ҡалған, игенселекте бөтөнләй белмәгән ҡырағай халыҡ итеп күрһәтә һәм башҡорттоң күп быуаттар элек белгән нәмәләрен рус тәьҫиренең һөҙөмтәһе тип иҫәпләй. Улар уйынса, “тире иләү ысулын үҙләштереү” башҡорттоң азатлыҡтан, үҙ алдына үҫеү хоҡуғынан мәхрүм булыуын да, колонизаторҙар килтереп төкәткән хәйерселеген дә артығы менән ҡаплай.
Ғәмәлдә игенселекте Башҡортостанға рус колонизаторҙары һәм башҡа килмешәктәр килтермәгән.
|
|
Әкрәм Бейеш. Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше. Ч.2-1 |
II БАШҠОРТТОҢ 1917 ЙЫЛДАҢ ҺУҢҒЫ КӨРӘШЕ ҺӘМ ЯҘМЫШЫ
1. БАШҠОРТ АВТОНОМИЯҺЫ ӨСӨН КӨРӘШ БАШЫ. АВТОНОМИЯНЫҢ III БӨТӘ БАШҠОРТОСТАН ҠОРОЛТАЙЫ ТАРАФЫНАН РАҪЛАНЫЛЫУЫ
1917 йылдың февралендә, Беренсе донъя һуғышы барғанда, Россияла буржуаз-демократик революция булған. 2 мартта Ваҡытлы хөкүмәт ойошторолған, унда күпселек урынды конституцион–демократик партия ағзалары (кадеттар) алған. Император Николай II тәхеттән баш тартҡан. В.И.Ленин (Ульянов) етәкселегендәге Россия социал–демократик эшсе партияһы (большевиктар) йәшерен хәлдән сығып, революцияны артабан үҫтереү, уны социалистик революцияға әйләндереп, власты ҡулға алыу өсөн көслө көрәш башлаған.
Февраль революцияһының һәм ҡаты колониаль иҙгенлекте кәүҙәләгәндән батшаның төшөрөлөүен башҡорттар шатланып ҡаршы алған. Ваҡытлы хөкүмәттең ирек һәм халыҡтар тиңлеге хаҡындағы белдереүе башҡортта яҡты азатлыҡ өмөтө уятҡан. Башҡорт халҡы күңелләнеп, киҫкен милли мәсьәләрҙе хәл итеү эшенә ең һыҙғанып тотонған.
|
|
Әкрәм Бейеш. Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше. Ч.2-2 |
2. БАШҠОРТ ХӨКУМӘТЕНЕҢ АҠТАР ЯҒЫНДАҒЫ САҒЫ. КЫҘЫЛДАР ТЕРРОРЫ
Шундай көсөргәнешле мәлдә, 1918 йылдың 4 апрелендә, атаман Дутовтың Ырымбурға сапҡын яһаған сағында Башкорт Мәркәз шураһы менән Башҡорт хөкүмәтенең ағзалары төрмәнән сыҡҡан. Төрмәнән ҡотолған хөкүмәт ағзалары Советтар ҡул аҫтындағы ерҙән ҡасып, Силәбегә йыйылған, Силәбе ул ваҡытта совет власына ҡаршы фетнә кутәргән плендағы чех һалдаттарының ҡулында булған.
1918 йылдың, яҙ hәм йәй көндәрендә Башҡортостан ерендә ҡыҙылдар менән аҡтар hуғышы ҡыҙып киткән. Башҡортостан аша үткән I фронт башҡорт халҡының ҡазаһын йөҙләтә көсәйтеп ебәргән. Большевиктар ҡылған аяуһыҙ террор өҫтөнә уларҙың сигенгән ғәсҡәрҙәре ҡоторонған. Большевиктар артында тотош таланған, ҡанға баткан ауылдар тороп ҡалған.
|
|
Әкрәм Бейеш. Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше. Ч.2-3 |
3. БАШҠОРТ ХӨКҮМӘТЕНЕҢ ҠЫҘЫЛДАР ЯҒЫНА СЫҒЫП, ҮҘӘК МЕНӘН АВТОНОМИЯ ХАҠЫНДА КИЛЕШЕҮЕ.
АЯУҺЫҘ ТЕРРОР ДАУАМЫ
1919 йылдың ғинуарында Башҡорт хөкүмәте ебәргән вәкилдәр Ҡыҙыл ғәскәр ҡулындағы Өфө ҡалаһына килеп еткән. Вәкилдәрҙең, береһе Халиҡов бик һаҡ ҡына, кеше аша ғына хәбәр иттереп, Өфө губерния революцион комитеты (губревком) менән бәйләнеш булдырған һәм үҙенең килеү маҡсатын белдергән. 1919 йылдың 30 ғи-нуарында Өфө губкомының ултырышы йыйылып, шунда ике яҡ тәүге тапҡыр осрашҡан. Ултырышта Россия Совет Республикаһы Халыҡ Комиссарҙары Советының вәкиле лә ҡатнашҡан. Башҡорт хөкүмәте ҡуйған килешеү шарттары менән танышҡас, губревком, Совет Россияһы «милли совет республикалары төҙөү принцибында тора», тип белдергән һәм «был ултырыш рәсми булмаған тәүге һөйләшеү көсөнә лә эйә түгел, ул Совет Россияһының, милли мәсьәләгә ҡарата мөнәсәбәтен асыҡлау ғына булып тора», тип билдәләгән. Башҡорт яғы өсөн шул мөнәсәбәтте асыҡлау, Советтарҙың автономия бирергә риза икәнен белеү мөһим булған.
Башҡорт вәкиле менән осрашыу хаҡында хәбәр алып, Совет Россияһының Халыҡ Комиссарҙары Советы тиҙ генә Өфөгә телеграмма һуҡҡан. Ул телеграммала: «Халиҡовты ситкә этмәҫкә, башҡорт полктары менән Колчакка ҡаршы берҙәм фронт булдырған хәлдә амнистияға риза булырға тәҡдим итәбеҙ. Әлбиттә, шул ыңғайҙа башҡорт халҡының контрреволюцион элементтарын бик ҡаты араларға һәм Башҡорт ғәскәренең пролетар ышаныслығын фактик контролгә алырға кәрәк», — тип әйтелгән. Күренеүенсә, телеграмманың эстәлеге ҡаршылыҡлы булған. Тәүге өлөштә Совет хөкүмәте башҡорттарға бер йыл элек бирмәгән милли азатлығын бирергә ашыҡҡан булһа, Ленин ҡулы менән өҫтәлгән икенсе өлөшөндә шул «азатлыҡты» тотош рус революцияһы мәнфәғәтенә буйһондорған, өҫтәүенә, «ҡаты араларға» талап итеп, ул рустарҙың һәр башҡортто контрреволюционерға һанауҙан файҙа тапҡан хәрби һәм гражданлыҡ властарына, һәр рус «большевигына» тулы ирек биргән.
Башҡорт хөкүмәте, әлбиттә, был хаҡта бер нәмә лә белмәгән.
|
|
Әкрәм Бейеш. Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше. Ч.2-4 |
4. БАШРЕВКОМДЫҢ АВТОНОМИЯНЫ ҒӘМӘЛЛӘШТЕРЕҮ ЭШЕНДӘГЕ ТЫРЫШЛЫҒЫ. ҮҘӘК ҺӘМ УРЫНДАҒЫ ВЛАСТАРҘЫҢ ҠАТЫ ҠАРШЫЛЫҒЫ
1919 йылдың август уртаһында Бәләкәй Башҡортостанға эвакуациянан Башревком ҡайтып, Стәрлетамаҡ ҡалаһында урынлашҡан. Башревком председателе вазифаһын 1919 йылдың 18 майында һайлап ҡуйылған Харис Йомағолов башҡарған (тәүҙәге Әхмәт-Зәки Вәлидов урынына), председателдең беренсе урынбаҫары М.Ҡулаев, икенсе урынбаҫары Г.Ҡарамышев булған. Башревкомда комиссариаттар эшләгән. Шул иҫәптән Ситке бәйләнеш комиссариаты төҙөргә уйлағандар. Юғарғы Халыҡ Хужалығы Советы (Совнархоз) президиумының 1919 йыл 12 июнь ҡарары менән Башревком янында Башҡортостан Совнархозы төҙөлөп, уның председателе итеп Г.Ҡарамышев ҡуйылған. Башкортостан Совнархозы тулыһынса Юғарғы Совнархоз бойондороғонда булған. Уның ҡарамағына урындары әһәмиәткә генә эйә булған, йәки, дөрөҫөрәге, һис ниндәй экономик әһәмиәткә эйә булмаған, ваҡ хужалыҡтар ғына бирелгән. Шул уҡ ваҡытта Юғарғы Совнархоз теләгән бер ваҡытта теләгән бер хужалыҡты үҙенә тартып алырға хоҡуҡлы булған.
Башревкомдың Стәрлетамаҡҡа килеүе башҡорт халҡын уятып, политик йәһәттән активлаштырып ебәргән. Башҡорттар Башревкомды үҙҙәренең берҙән-бер законлы хөкүмәте итеп ҡаршы алған һәм уның ҡушҡанын ғына иҫәпкә алып, бер һүҙһеҙ үтәй башлаған, параллель рәүештә эшләгән губерния властарының бойороғына буйһонмаған. Колчак яғында йөрөгән башҡорттар төркөм-төркөм булып, тотош батальондары менән үҙ хөкүмәте яғына сыға башлаған. 13 апрелдән бирле аҡтар яғында йөрөп, дүрт ай эсендә оло бригадаға әйләнгән Мортазин полкы ҡыҙылдарға сығыу өсөн ҡаты шарт ҡуйған:
|
|
Әкрәм Бейеш. Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше. Ч.2-5 |
5. АВТОНОМИЯ ХАҠЫНДАҒЫ КИЛЕШЕҮҘЕҢ ЮҠҠА СЫҒЫУЫ. ТЕРРОР ҺәМ АСЛЫҠ ҠАЗАҺЫ
1920 йылдың апрель аҙағында, Башревком председателе Вәлидов Мәскәүгә алынып, Башҡорт атлы бригадаһы Польша фронтына ебәрелгән мәлдә, Мәскәүҙә башҡорт эше буйынса махсус комиссия эшләй башлаған. Был комиссия башҡорт автономияһы хаҡында яңы положение төҙөү менән шөғөлләнгән. Килешеү шарттарына индерелә торған үҙгәрештәрҙең асылын белеп, Вәлидов Башревком ағзаларына хат яҙған: «Үҙәк хөкүмәт Башҡортостандың бөтә экономик байлығын тартып ала һәм дә уның политик ойошмаларын үҙенә буйһондора, беҙгә милли-мәҙәни мөхтәриәт рәүешендәге бер нәмә ҡалдыра». Башревком ағзалары 1920 йылдың 15 майында яңы үҙгәрештәргә ҡаты ҡаршылыҡ белдереп, Үҙәккә телеграмма һуҡҡан.
|
|
Әкрәм Бейеш. Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше. Ч.2-6 |
6. АҪАБАЛЫҠ ХОҠУҒЫНЫҢ БӨТӨРӨЛӨҮЕ. БАССР СИГЕНЕҢ КИҢӘЙТЕЛЕҮЕ
Был йылдарҙа башҡорт халҡы үҙ тарихының иң фажиғәле бер осорон кисергән. Был фажиғәнең эҙемтәһе хатта XVIII быуатта башҡорт яуҙарын баҫтырған саҡтағы ҡот осҡос хәлдәр менән дә сағыштырғыһыҙ булған. 1917 йылда башҡорттоң һаны кәм тигәндә 1 400 000 кеше булған, ә 1920 йылғы иҫәп буйынса шул һандан 1 186 000 кеше ҡалған. Тимәк, 1917-1920 йылдарҙа ғына төрлө башкиҫәрҙәр үлтереп, һуғыштарҙа һәләк булып, астан һәм аслыҡ тифынан үлеп, халыҡ һаны 200 меңдән артыҡ кешегә кәмегән.
|
|
Әкрәм Бейеш. Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше. Ч.2-7 |
7. МИЛЛИ-ТЕРРИТОРИАЛЬ АВТОНОМИЯ УРЫНЫНА БИРЕЛГӘН МИЛЛИ-МӘҘӘНИ МӨМКИНЛЕКТӘР. «КУЛЬТУРА РЕВОЛЮЦИЯҺЫНЫҢ» ҺӨҘӨМТӘҺЕ
Өфө губернияһын ҡушҡас, Башҡорт республикаһында яңы, берләштерелгән власть органдары төҙөлгән. Ул органдарға бик һанаулы башҡорт ингән: РКП(б) өлкә комитеты президиумының 9 ағзаһынан береһе генә, БашЦИК президиумының 11 ағзаһынан дүртеһе генә, 11 халыҡ комиссарынан өсөһө генә башҡорттан ҡуйылған, шул иҫәпкә БашЦИК һәм Башҡортостан халыҡ комиссарҙары советының председателдәре ингән.
|
|
Әкрәм Бейеш. Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше. Ч.2-8 |
8. ҠАНЛЫ РЕПРЕССИЯ ЭҘЕМТӘҺЕ. РУСЛАШТЫРЫУ СӘЙӘСӘТЕНЕҢ ҺӨЖҮМЕ
Һунғы ваҡытта, Сталинды тәнҡитләү көсәйгәс, совет публицистары сталинизмды гитлеризм менән сағыштыра башланы. Был оҡшашлыҡ бер ҙә буштан түгел, уның нигеҙендә фанатизм ята. Фанатизмдың шәхес культынан, аяуһыҙ репрессиянан, демократияның бөтә принцибын һалып тапауҙан башҡа булыуы ла мөмкин түгел. Сталин культы һәм уның бөтә эҙемтәләре иң көслө, иң ҡанһыҙ бер фанатизм төрө булған большевизмдың тәбиғи үҫеш һөҙөмтәһе.
|
|
Әкрәм Бейеш. Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше. Ч.2-9 |
9. БАШҠОРТ ХАЛҠЫН ҠЫҪЫУ ҺӘМ ИҘЕҮ ЙҮНӘЛЕШЕНДӘГЕ ЭШМӘКӘРЛЕК
Бәлки промышленносы көслө булған Башҡортостанда милли эшсе синыфы һәм милли техник интеллигенция етерлек булһа, башҡорттоң хәле нығыраҡ булыр ине. Ләкин башҡорттар оло ҡырғын осоронда промышленность кадрҙары әҙерләү өлкәһендә лә 30-сы йылдарҙың уртаһында өлгәшкән уңышын тотош юғалтҡан һәм ул кимәлгә ҡабат етә алмаған.
|
|
Әкрәм Бейеш. Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше. Ч.2-10 |
10. БАШҠОРТТОҢ ҺӘЛӘКӘТЛЕ ХӘЛЕ. ЯҢЫ МИЛЛИ СӘЙӘСӘТТЕҢ ЯЛҒАНЛЫҒЫ
Тышҡы эффект уятҡан нәмәләр аша милли политиканы күрһәтеп, КПСС һәр ваҡыт «берҙәм һәм бүленмәҫ» Россияны һаҡлауға һәм рус булмаған халыҡтарҙы тотош руслаштырыуға йүнәлтелгән төп маҡсатын ышыҡлап килде. Руслаштырыу политикаһы ваҡыты-ваҡыты менән яңы һөжүм рәүешен ала. 20-се һәм 30-сы йылдарҙың аҙағында руслаштырыу политикаһын көсәйтеү һөҙөмтәһендә Башҡорт АССР-ында башҡорт теле эш һәм эш йөрөтөү өлкәһенән ҡыҫырыҡлап сығарыла, бөтә йыйылыш һәм ижтимағи саралар, бер генә рус кешеһе ҡатнашҡан йәки ҡатнашмаған хәлдә лә, рус телендә генә үткәрелә башлай, башҡорт мәктәптәрендә рус телен уҡытыу бик күпкә көсәйтелә, ҡала һәм ҡатнаш милләтле ауылдарҙа рус теле башҡорттарҙың өй эсенә үтеп инә. Быға, кешенең көн иткән мөхитенән тыш, башҡорт мәктәбенең һәм балалар баҡсаһының юҡлығы ныҡ ярҙам итә. Шундай шарттарҙа, 50-се йылдарҙың урталарынан алып, КПСС яңынан бик көслө руслаштырыу эше башлай.
|
|
Әкрәм Бейеш. Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше. Файҙаланылған төп тарихи хеҙмәттәр |
|
|
Так решил товарищ Сталин… |
Не успело еще смолкнуть ликование «Единой России» после новости о выдвижении Путина и не успел еще президент Медведев покинуть свой пост и вот подняли голову наши местные башкирские поклонники Сталина, злорадствуя, что, мол, провалилась десталинизация, которую затеял, было, нынешний российский президент.
Конечно, кто как, но лично я никакой десталинизации в бытность Медведева гарантом российской Конституции, не увидел. Зато еще раз задумался о том, в душе скольких моих соплеменников, живущих в России, всё еще живет сталинский идол, занимая предназначенное для Всевышнего место. Всё еще среди нас раздаются голоса, бездумно восхваляющие «сталинскую индустриализацию» и клянущие «пресловутую» десталинизацию.
Хотелось бы напомнить, какие беды принесла нашему народу эпоха безраздельного властвования Сталина в 1930-1940гг.
Во-первых, Башкирия потеряла из-за притеснений сталинского правительства многие исконные башкирские земли. Речь идет о территориях, которые были принудительно отобраны у неё и переданы Челябинской и Оренбургской областям. Так, в книге Д. Валеева «Национальный суверенитет и национальное возрождение» приводятся воспоминания Л.Г.Галимова, работавшего в то время в органах власти Башкирии: «В начале 1934 года нас в составе более 30 человек — руководителей разного уровня пригласили к первому секретарю Башкирского обкома ВКП(б) Я.Б. Быкину. Он кратко сообщил поразившую нас новость о передаче Аргаяшского и Кунашакского районов в ведение Челябинской области. Заметив наше недоумение и, видимо, желая опередить возможные вопросы, сказал: «Так решил товарищ Сталин».
|
Метки: башкиры Сталин |
Про загоны, стадо и овцу |
28 февраля с 15.00 по 16.30 часов Общественный правозащитный комитет РБ провел у Конгресс-Холла пикет "За восстановление федерализма между федеральным центром и субъектами Федерации". На пикете пристутствовало около 80 человек.
Организаторами пикета выступили 2 человека: Марат (фамилию не помню) из ТОЦ и Ирек Агишев из БЦСНО "Актамыр". Пикет поддержало и БОД "КYК БYРЕ".
В самом начале настроение чуть было не испорчено при виде "загона" из красного ограждения, который приготовили для пикетчиков милиционеры. По замыслу милиционеров, пикетирующие должны были выражать свое мнение за ограждением "загона", как овцы. Пикетчики должны были войти в этот "загон", а милиционеры при входе в него должны были проверять их металлоискателем.
Эта схема была успешно апробирована милиционерами против башкирской молодежи впервые во время акции "Хәмер - харам" в прошлом году, а затем во время недавнего пикета СБМ против Палагина.
Совковая "бабайская" привычка безропотно подчиняться произволу, среди некоторых старших товарищей на пикете сработала и на этот раз. Ирек Агишев (как тут не вспомнить известную поговорку про стадо и овцу) понуро побрел было в "загон", но А. Сальманов отказался следовать за ним, сказав, что ограждать пикетирующих заборами - незаконно. Разгорелся скандал. Милицейские чины давили на молодежь, требуя от них пройти в "загон", Ирек Агишев, просил Азата не обострять отношения с милицией и подчиниться. Но молодежь, в числе которых были и представители РНДС (А. Молокин), а также молодые татары, поддержали позицию Сальманова Азата. Ирек Агишев остался в загоне один. Когда милицейские начальники, отчаявшись, отступили от С. Азата и стало ясно,что пикет можно проводить вне ограждения, Агишев покинул огражденное место и присоединился к молодежи.
Начали пикет на другом месте, рядом с огражденным участком. После часового стояния с плакатами и флагами, перед пикетчиками резолюцию пикета зачитал Азат Сальманов, а затем высказался Виль Латыпов (из ТОЦ). После этого было объявлено об окончании пикета. На организаторов пикета никто протокол не составлял.
Фотографии выложены в фотоальбом блога:
http://www.liveinternet.ru/photo/3507913/
|
Метки: пикет кук буре |
Аудио-запись: Музыка из к/ф "Холодное лето 53-го" |
Музыка |
|
|
Комментарии (0)Комментировать |
СТАЛИНИЗМ XXI ВЕКА: ОБМАН «БАШКИРСКОГО ТРАДИЦИОНАЛИЗМА» |
|
Метки: традиционалист |